Башкирско-русский словарь
һытыу
1
давить, раздавливать
йомортҡаны һытыу - раздавить яйцо;
шешекте һытыу - вскрыть нарыв
2 перен.
делать плаксивым, слезливым, невесёлым, кислым лицо
сырай һытыу - сделать кислое лицо
һыу
1
вода || водный
ағын һыу - проточная вода;
йылға һыуы - речная вода;
диңгеҙ һыуы - морская вода;
газлы һыу - газированная вода;
минераль һыуҙар - минеральные воды;
бер йотом һыу - глоток воды;
һыу баҫыу - а) затоплять; б) наводнение, затопление;
һыуға барыу - пойти за водой, пойти по воду;
һыуға батыу - а) утонуть; б) утопиться;
һыу төшөү - купаться;
һыу ҡайтыу - а) убывать (о воде); б) отлив;
һыу ташыу - разлив, паводок;
һыу һибеү - а) поливать водой; опрыскивать водой; б) поливка, опрыскивание;
һыу үтеү - а) промокать; б) протекать;
һыу ҡушыу - разбавлять водой;
һыу үткәрмәй торған - водонепроницаемый;
һыу ҡоштары - водоплавающие птицы;
һыу айырғыс - (геогр.) водораздел;
һыу һаҡлағыс - водохранилище;
һыу аҫты эштәре - подводные работы;
һыу тирмәне - водяная мельница;
һыу эсереү урыны - место водопоя;
һыу транспорты - водный транспорт;
һыу юлы - а) водный путь; б) желоб для стока воды (на дощатой крыше)
2
река, озеро
Һаҡмар һыуы - река Сакмар;
һыу ташты - река разлилась;
һыу һайыҡты - река обмелела
3
сок
ҡайын һыуы - берёзовый сок;
емеш һыуы - а) ягодный сок; б) фруктовая вода; в) компот
[[]]
ауыҙ һыуы ҡойолдо - слюнки потекли;
зәмзәм һыуы - а) вода из священного колодца (у храма Кааба в Мекке); б) (разг.) вино;
тере һыу - живая вода (в сказках);
туфан һыуы - (миф.) всемирный потоп;
һары һыу - а) весенняя талая вода; б) (анат.) лимфа;
һыуға башлау (или һыу башлатыу) - (этн.) ритуал ознакомления невестки с дорогой на родник;
б) (перен.) пускать на ветер;
һыуға (или һыу төбөнә) һалыу - а) класть в воду;
һыу буйы - очень длинный;
һыу буйы хәбәр - очень длинный разговор;
һыу буйы сират - очень длинная очередь;
һыу кеүек белеү (или эсеү) - знать назубок, знать очень хорошо;
һыу мейе - тупица, безмозглый;
һыу эйәһе (или инәһе) - (миф.) водяной;
һыу ебәге - (бот.) спирогира;
һыу эскеһеҙ итеү - сильно избить (кого)
һыу-һүл
половодье, разлив
яҙғы һыу-һүл - весеннее половодье
һыуалғыс
см. һыуалыш
һыуалдырыу
см. һыуалтыу
һыуалҡы
переставший доиться
һыуалҡы һыйыр - переставшая доиться корова
һыуалма
диал.
см. һыуалыу
һыуалтыу
понуд. от һыуалыу
һыуалыу
1
перестать доиться, пропадать (о молоке)
һыйыр иртә һыуалды - у коровы рано пропало молоко, корова рано перестала доиться
2
укипать о бульоне
аш һыуалған - суп укипел
һыуалыш
место на реке, где берут воду
һыуат
диал.
см. һыуалыш
һыубаҫар
заливной
һыубаҫар болон - заливной луг;
һыубаҫар туғай - пойма
һыуҡояр
астр.
Водолей с прописной
һыуландырыу
мочить, замачивать
сепрәкте һыуландырыу - намочить тряпку
һыуланыу
мокнуть
һыуланып бөтөү - вымокнуть, промокнуть;
ямғырға ҡалып һыуланыу - вымокнуть под дождём
һыулау
I
1
смачивать (что) водой
өҫ-башты һыулау - намочить одежду
2
разводить, разбавлять водой
айран һыулау - развести айран водой
3
жить у реки
Ағиҙел һыуын һыулау - жить у реки Агидель
һыулау
II
1
водопой место
көтөүҙе һыулауға төшөрөү - гнать стадо на водопой
2
место на реке, где берут воду
һыулы
1
водянистый
һыулы картуф - водянистый картофель
2
водоносный
һыулы ҡатлам - водоносный пласт;
һыулы тоҡомдар - водоносные породы
һыулыҡ
водосток, жёлоб
һыулыҡ ҡуйыу - ставить водосток
һыуһаҡлағыс
водохранилище
Нөгөш һыуһаҡлағысы - Нугушское водохранилище;
һыуһаҡлағыс төҙөү - построить водохранилище