Башкирско-русский словарь
ҡайны-ҡәйнә
собир.
1 тесть, свёкор
2 тёща, свекровь
ҡайныһы
мест.
1 вопр.
который, какой из них
ҡайныһы матур? — какой из них красивый?;
ҡайныһы һинең ҡыҙың? — которая из них твой дочь?;
һәр ҡайныһы — каждый (из них)
2 неопр.
который, кто
из числа нескольких
ҡайныһы иртә тора, ҡайныһы йоҡлай — кто рано встаёт, кто спит
ҡайраҡ
точило, точилка, брусок, оселок || точильный
ҡайраҡ менән ҡайрау — точить точилом;
ҡайраҡ ташы — точильный камень
[[]]
ҡом ҡайраҡ — наждачный камень;
ҡайраҡ кеүек икмәк — неудавшийся, непропечённый хлеб
ҡайраҡланыу
становиться твёрдым, как брусок
ер ҡайраҡланған — земля стала твёрдой, земля затвердела;
икмәк ҡайраҡланып бешкән — хлеб не удался, хлеб плохо испёкся
ҡайралыу
страд. от ҡайрау
ҡайрам
уповод, один приём
время работы, при косьбе
иртәнге ҡайрам — утренний уповод;
киске ҡайрам — вечерний уповод;
ҡайрам ҡандырыу — остановиться на отдых (после одного приёма косьбы)
ҡайратыу
понуд. от ҡайрау
ҡайрау
точить, натачивать, оттачивать что || точение, натачивание, точка, отточка
точилом, оселком
балта ҡайрау — точить топор;
сәс бәкеһен ҡайрау — точить бритву
ҡайрашыу
взаимн. от ҡайрау
ҡайсы
ножницы, секатор || ножничный
ағас ҡайсыһы — секатор, садовые ножницы;
ҡағыҙ ҡайсыһы — конторские ножницы;
ҡалай ҡайсыһы — кровельные ножницы
ҡайсыландырыу
см. ҡайсылау 2
ҡайсыланыу
страд. от ҡайсылау 1
ҡайсылатыу
понуд. от ҡайсылау 1
ҡайсылау
1 стричь, резать ножницами что
баланың сәсен ҡайсылау — стричь волосы ребёнка ножницами
2 придать
ушами
ҡолаҡты ҡайсылау — прядать ушами;
ат ҡолағын ҡайсылай — конь прядёт ушами
ҡайта
см. ҡабат-ҡабат
ҡайта-ҡайта уҡыу — читать вновь и вновь
ҡайталай
диал.
см. ҡайтышлай
ҡайталау
1 в ф. деепр. на -п
повторно
ҡайталап килеү — повторно прийти;
ҡайталап әйтеү — повторно сказать
2 диал.; см.
ҡайтауыллау
ҡайталыусанлыҡ
физ.
упругость
ҡайталыусанлыҡ көсө — сила упругости
ҡайтанан
снова, заново, вновь
ҡайтанан башлау — заново начать;
ҡайтанан эшкә тотоноу — заново приступить к работе
ҡайтара
раз
ике ҡайтара баш эйеү — два раза поклониться
[[]]
ҡайтара һуғыу — отвергать, отказать