Башкирско-русский словарь
ҡаҫыҡ
пах
между бедром и нижней частью живота
ҡат
I
1 слой, пласт
бер ҡат — один слой;
ерҙең өҫкө ҡаты — верхний слой, верхний пласт земли;
ике ҡат ҡағыҙ урау — завернуть бумагой в два слоя;
ике ҡат юрған ябыныу — укрыться двумя одеялами
2 ряд
бер ҡат һайғау түшәү — уложить один ряд жердей;
өс ҡат уҡа баҫыу — нашить три ряда позумента
3 этаж
йорттоң аҫҡы ҡаты — нижний этаж дома;
унынсы ҡатта тороу — жить на десятом этаже
4 раз
биш ҡат әйтеү — пять раз сказать;
ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ — (посл.) семь раз отмерь, один раз отрежь
5 комплект, смена
бер ҡат кейем — один комплект одежды;
ике ҡат күлдәк-ыштан — две смены белья, два комплекта белья
[[]]
ете ҡат ер аҫты (или күк) — по воззрению древних; семислойная толща земель;
ете ҡат йоҙаҡ аҫтында — за семью замками;
ете ҡат тирене тунау — драть семь шкур
ҡат
II
диал.
см. эргә
ҡат-ҡат
1 слоистый, в несколько слоев
ҡат-ҡат таш — камни в несколько слоев;
ҡат-ҡат юрған ябыныу — укрыться несколькими одеялами
2 неоднократно, несколько раз
ҡат-ҡат әйтеү — говорить неоднократно кому
ҡата
I
этн.
1 глубокие кожаные галоши на каблуках
һаплы ҡата — кожаные галоши с холстинными голенищами (у мужчин)
2 женская кожаная обувь на каблуках с белыми суконными голенищами, украшенными разноцветными вышивкой и аппликациями
3 лёгкая обувь
ҡата
II
наружный жёсткий слой копыта, стенка копыта
ҡатай
катай
название одного из башкирских племён
ҡаталаҡ
разг.
запор
ҡаталаҡлау
разг.
страдать запором
ҡаталау
см. ҡаталаҡлау
ҡатар
1 ряд
ике ҡатар теҙелгән өйҙәр — два ряда домов;
ҡатарға ҡуйыу — ставить в ряд
2 в знач. нареч.
рядом, в ряду
ҡатар барыу — идти рядом;
ҡатар тороу — стоять рядом;
ҡатар ултырыу — сидеть рядом
3 в знач. нареч.; перен.
наравне, вровень, вместе
ҡатар үҫеү — расти вместе
[[]]
бер ҡатарҙа — наравне;
бер ҡатарҙа барыу — идти наравне с кем-л.
ҡатарҙан
рядом
ҡатарҙан ултыртылған ике сумаҙан — поставленные рядом два чемодана;
бер ҡатарҙан — наравне, одинаково;
ирҙәр менән бир ҡатарҙан эшләү — работать наравне (с мужчинами)
ҡатарҙаш
диал.
см. йәштәш
ҡатарланыу
возвр. от ҡатарлау
ҡатарлау
ставить рядом, ставить в ряд
ҡатарлап баҫылған уҡа — нашитые в ряд позументы;
ҡатарлап ултырыу — сидеть рядом
ҡатарлашыу
взаимн. от ҡатарлау
ҡатау
столб, кол
ҡатау ҡағыу — забить кол
ҡаташма
диал.
см. тиҫкәре
ҡатил
книжн.
убийца, головорез
ҡатҡаҡ
мерзлота
көҙгө ҡатҡаҡ — осенняя мерзлота