Башкирско-русский словарь
һайғау
II
1 жерди
һайғау ҡырҡыу — рубить жерди;
һайғау түшәү — стелить жерди
2 жердяной, из жерди
һайғау түшәм — жердяной потолок
[[]]
һайғауы һирәк — не смыслить, не понимать языка
һайғашыу
взаимн. от һайғау I
һайҙаҡ
лошадь, отобранная из общего косяка
һайҙаланыу
диал.
1 см. һаташыу
2 см. һайланыу
һайлам
отборный, лучший
һайлам ат — отборный конь
һайландыҡ
1 отборный, выбранный
һайландыҡ алмалар — отборные яблоки
2 остаточный
һайландыҡ картуф — остатки выбранного картофеля
3 остаток
после отбора чего-л.
һайландығын ташлау — выбросить остатки
һайланма
1 отборный, лучший
һайланма бүрәнәләр — отборные брёвна
2 избранный
һайланма әҫәрҙәр — избранные произведения
һайланмыш
избранный, выбранный || избранник, выборный
һайланмыш кешеләр — избранные люди
һайлансыҡ
1 привередливый, разборчивый
һайлансыҡ бала — привередливый ребёнок
2 привередник
һайлансыҡҡа алама эләгә — (погов.) привереднику достаётся плохое
һайланыу
1 страд. от һайлау
2 привередничать, проявлять разборчивость
һайланыш
отбор
тәбиғи һайланыш — естественный отбор
һайлатыу
понуд. от һайлау
һайлау
1 отбирать, выбирать || отбор, выбор, подбор; подбирать (кого-что)
ат һайлау — выбирать лошадь;
урын һайлау — выбирать место;
төймә һайлау — подобрать пуговицу
2 выбирать, избирать (кого)
депутат һайлау — выбрать депутата;
вәкил итеп һайлау — выбрать кого-л. в качестве представителя
3 выборы || избирательный
һайлауҙа ҡатнашыу — участвовать в выборах;
һайлау үткәреү — проводить выборы;
һайлауға әҙерләнеү — подготовиться к выборам;
һайлау хоҡуғы — избирательное право;
һайлау участкаһы — избирательный участок
һайлаусы
1 избиратель
2 выборщик
һайлашыу
совм. от һайлау
һайлыҡ
мель, отмель; банка
һайлыҡҡа сығыу — выйти (выплыть) на мель
һайман
ист.
1 посуда
2 кольчуга
һайпаҡ
диал.
суконные чулки
һайрар
певчий
һайрар ҡоштар — певчие птицы
һайратыу
понуд. от һайрау